Ассинский сельсовет муниципального района
Белорецкий район Республики Башкортостан

"Иманлы булайыҡ"

Мәсет - Аллаһ Тәғәләнең ер өҫтөндә булған йорто һәм ауылдың рухи ҡәғбәһе булып тора. Күңелендә иман нуры булған йорто һәр мосолман был йортто ихтирам итергә һәм уны тәртиптә, тирә-яғы таҙа тоторға бурыслы. Ошо уңайҙан Асы ауылында иман йортон төҙөкләндереү буйынса өмә иғлан ителде. Ауылдаштар ошондай сараларҙа бик әүҙем, ярҙам итергә әҙер торалар. Был изге эштә лә ситтә ҡалманылар, бар күңелдәрен һалып ихлас өмәгә йыйыдылар. Халыҡты берҙәм коллективҡа туплап изге эшкә йүнәлтеүҙә ауыл мәсете хәҙрәте -Рөстәм Иҙрисов, ауыл старостаһы Хәмит Дәүләтбаев, ауыл советы депутаттары тырышлығы менән мәсет урамының ағас кәртәһе тимер кәртәгә алыштырылды, шулай уҡ мәсеттең буяуҙары яңыртылды. Төҙөкләндереү эштәре тамамланғас, имам йорто тағы ла балҡып , тирә-яҡҡа нур сәсеп, матурланып китте. Һәр бер изге эш - саҙаҡа. Ниндәй генә изге эш ҡылһаҡ та, иң мөһиме - ул ихласлыҡ. Аҡсалата ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙға ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Ауылыбыҙға йәш, бәрәкәт өҫтәп, тирә-яҡҡа иман нуры сәсеп торған Аллаһ йортонан халыҡ өҙөлмәһен, битарафлыҡҡа сумған күңелдәрҙе иманға әйҙәп бик оҙаҡ йылдар эшләһен. Мәсеткә йөрөп, кеше үҙенең фарызын үтәй, унда йөрөгән кешенең ике йома араһында гөнаһтары юйыла, айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыла. Шуға мәсеткә йөрөйөк, үҙебеҙҙең фарызыбыҙҙы үтәйек.